Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Ноябрь 2019, 23:58

Ыҫланған ҡоротто сит илдә лә яраталар

Белорет районының Ботай ауылы оҫтабикәләре Нәфисә Ғәләметдинова менән Мәрйәм Шаһивәлиева эшләгән ҡорот ошо көндәрҙә Кипрға оҙатылған, әле Индонезия һәм Израилдән заказ алғандар. Сит илдекеләр айырыуса ыҫланған ҡоротто ярата икән.

Ғөмүмән, был ауылды – оҫталар төйәге тип ауыҙ тултырып әйтеп була. “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы үткән “Дәрте барҙың – эше бар” тигән сара ла ошоно тулыһынса раҫлаған. Унда төрлө һөнәрмәндәр оҫталыҡ дәресе күрһәткән. Мәҫәлән, дадан эшләү, солоҡсолоҡ ҡорамалдары, быйма төпләү, тәҙрә яңаҡтары биҙәү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандар. Әйткәндәй, Ботай оҫталарының күрептәрен “Аҡбуҙат” ипподромы ла күпләп заказ биреп эшләткән. Эргә-тирә ауылдарҙан, хатта күрше райондарҙан һорап килеүселәр ҙә бихисап.

Бына шулай, белореттар ата-олатайҙарынан ҡалған кәсептәрҙе тергеҙеп, заманға яраҡлашып, унан файҙа күреп йәшәй белә. Афарин!
Читайте нас: