Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Ноябрь 2019, 13:45

Бар булмышы илһөйәрлек менән һуғарылған

Йәне илһөйәрлек менән һуғарылған, был халәте йәшәү рәүешенә әүерелеп, ғәмәлдәрендә сағылған аҫыл заттар менән көслө төйәгебеҙ. Һигеҙ тиҫтәне йомғаҡлап, туғыҙынсыһын ваҡлай башларға торған ил ағаһы Марат Түләбаев – нәҡ шундайҙарҙан.


Йәне илһөйәрлек менән һуғарылған, был халәте йәшәү рәүешенә әүерелеп, ғәмәлдәрендә сағылған аҫыл заттар менән көслө төйәгебеҙ. Һигеҙ тиҫтәне йомғаҡлап, туғыҙынсыһын ваҡлай башларға торған ил ағаһы Марат Түләбаев – нәҡ шундайҙарҙан. Йәштәрсә етеҙ хәрәкәтле Марат Сәйфулла улы һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы идеялар, хыялдар менән янып йөрөй, араһында уҡыусылар менән экскурсияла йөрөргә, Ирәмәлгә күтәрелергә өлгөрә, төрлө осрашыуҙар үткәрергә лә ваҡыт таба. Ул китапхананың яҡын дуҫы, беҙҙең “Ейәнсура таңдары” гәзитенең иң әүҙем, тоғро авторы. Ҡырҡ мәшәҡәт менән янып йөрөгән уҙаман бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.


– Марат ағай, Һеҙ шундай мәртәбәле юбилей алдында тораһығыҙ. Ниндәй кисерештәр менән йәшәйһегеҙ?

– Бындай ғүмер үрендә һәр кем үҙенең үткәндәрен барлап, уйлап алалыр, моғайын. Йәшәлгән йылдарҙы байҡау менән генә сикләнмәйем, алдағыһына фекер төйнәйем, ниәттәр ҡорам. Әле лә иртәнсәк уянһам: “Бөгөн ниндәй эштәр башҡараһы?” – тип күңелдән йүгертеп үткәрәм. Ғүмер үткән, уны үҙгәртеп булмай. Заман нисек, шуның закондарына таянып, буйһоноп эшләнек, йәшәнек.

Мин элек тә, хәҙер ҙә кешеләр менән аралашып йәшәйем, эшем һәр саҡ кешеләр менән аралышыуҙан торҙо.

– Һеҙ Үҫәргән ырыуының шәжәрәһен төҙөгәнһегеҙ. Ағас тамыры менән, кеше нәҫеле менән көслө, тигәндәй, үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе нисә быуынға тиклем беләһегеҙ?

– Беҙҙең тамырҙарыбыҙ тарихи мәғлүмәттәрҙә 1712 йылдан теркәлгән, иң олоһо Илембәт (1712) – Имәнғол (1737-1815) – Түләбай - Бикмырҙа (1852-1941). Имәнғол Ырымбур өлкәһендәге ауыл, Күгәрсен районында Түләбай ауылы бар, тик унда бындай фамилиялы бер генә кеше лә юҡ. Беҙҙекеләр шул яҡтарҙан күсеп килеп, Вәлиша – Икенсе Назар – Үрнәк ауылына килеп төпләнгәндәр. Яҡындарым тураһында әйткәндә, атайым Сәйфулла Бикмырҙа улы (1896 –1978) өс һуғышта булып иҫән ҡайтҡан. Әнейем – Хөсниямал Зариф хажи ҡыҙы (1901-1979). Улар икеһе лә Яңы Себенлелә ауыл мәҙрәсәһен тамамлаған. Русса, башҡортса, ғәрәпсә, латинса гәзит-журнал уҡып, радио тыңлап ил, республика район яңылыҡтарын белеп йәшәгән кешеләр ине.

Әнейем Ҡарғалы мәҙрәсеһендә бер йыл уҡып ҡалған, 1917 йылғы революциялар барыһын да үҙгәртә. Оло ағайыбыҙ Ырымбурҙа рабфак, хәрби училище тамамлаған кадровый офицер, 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Өс ағайым да “Инәк” совхозында хеҙмәт итте, береһе – бригадир, икенсеһе – ветхеҙмәткәр, өсөнсөһө зоотехник булып эшләнеләр, ябай колхозсы, совхоз эшсеһе юлын үттеләр.

– Үҙегеҙ хаҡында тулыраҡ...

– Миңә лә беҙҙең заман балалары күргәнде күреп, эшләп үҫергә, йәшәргә насип булды. Алты-ете йәшемдән атайҙың иң яҡын ярҙамсыһы инем. Ул ауыл көтөүен көткәндә, төш ваҡытында һыулауҙа ятҡан малдарҙы ҡарап ултыра инем, ул ҡайтып ял итеп, ашап-сәй эсеп килер ине, ә кисен ауыл осона барып малды ҡаршылап, алып ҡайтырға ярҙамлаштым, беҙҙең ауыл урамы ике саҡрымдан оҙон, һуҙылып ултырған ине.

– Ул заманда эт һуғарып йөрөүселәр булмағандыр ҙа, һәр бала кесе йәштән ҡул араһына инеп, ярҙамлашып үҫкән...

– Тап шулай, беҙҙе хеҙмәт тәрбиәләне. Элек тракторҙар биш төрәнле һабан тағып ер һөрҙө, үҫә төшкәс, мин шунда прицепщик булып эшләнем, һабан өҫтөндәге тимер ултырғысҡа ултырып, һабанда күтәрә, төшөрә инем, күберәк төнгө сменала эшләргә тура килде...


Тулыһынса гәзитебеҙҙең 90-сы һанында (8.11.19) уҡығыҙ.
Читайте нас: