Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән 2020 йыл “Хәтер һәм дан йылы” тип иғлан ителде.
Йәш гвардия ҡаһармандар тарихын мәңгеләштереү буйынса эште 2013 йылдан бирле алып бара. Ошо йәһәттән бәләкәй батырҙар тәбрикләнә, китаптар сығарыла, фильмдар төшөрөлә, һуңынан уларға наградалар тапшырыла.
Йәш гвардияның төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған, Рәсәй Президенты фонды грантын отҡан “Беҙҙең заман батырҙары. Башҡортостан ғорурлығы” тип аталған киң күләмле проект 5 ноябрҙә старт алды.
Ойоштороу комитеты проекттың партнерҙары ҡатнашлығында уны бойомға ашырыу планын тикшерҙе, батырҙар тураһында мәғлүмәт йыйыу, эш йүнәлештәре буйынса яуаплылар билдәләнде. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, “Хәрби туғанлыҡ” һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттың авторҙаштары булып тора.
Был сара барышында батырҙар тураһында видеоролик, баннерҙар рәүешендә социаль рекламалар эшләнәсәк, социаль селтәрҙәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында арабыҙҙа йәшәгән ҡыйыу йөрәкле яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәр донъя күрәсәк.
“Республикабыҙ халҡына төрлө батырлыҡтар ҡылған йәштәрҙең күплеге, уларҙың беҙҙең менән бергә эшләгән, йәшәгән, бер партала ултырған кешеләр булыуы хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. “Башҡортостан ғорурлығы” тип әйтерлек яҡташтарыбыҙ бихисап, уларҙы лайыҡлы рәүештә күрһәтәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Йәш гвардияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлыева.
Шулай итеп, проектты бойомға ашырыу барышында ҡаһарман ватандаштарыбыҙҙың фотоһүрәттәре төшөрөлгән 100-ән ашыу баннер республиканың район һәм ҡалаларында ҡуйыласаҡ. Халыҡ үҙе лә батырҙарын тәҡдим итә ала. Уларҙы хәрби кешеләр араһынан ғына эҙләргә ярамай - ябай эшсе, спортта ҡаҙаныштарға өлгәшкән чемпион, ауыр минутта ярҙамға ташланған ябай кеше һ.б. була ала.
Фото: Йәш гвардияның төбәк бүлексәһе сайтынан.