Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ноябрь 2019, 21:21

Ил Башлығы ауыл ҡатын-ҡыҙын хәстәрләй

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы. Ул ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөн ғәмәлгә индерә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы. Ул ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөн ғәмәлгә индерә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.


Закон менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҡыҫҡартылған эш аҙнаһына хоҡуҡ гарантиялана. Эш аҙнаһы 36 сәғәттән артмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡы тулы аҙналағыса түләнергә тейеш. Хеҙмәт шарттары буйынса эш көнө бер нисә өлөшкә бүленһә, эш хаҡы арттырылған күләмдә билдәләнә, һәм ул закон көсөнә ингән көнгә ғәмәлдә булған эш хаҡынан түбән булмаҫҡа тейеш.


Мәғлүм булыуынса, был законды 6 ноябрҙә Федерация Советы сенаторҙары хуплап сыҡҡайны. Социаль сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Игорь Фомин уның буйынса сығыш яһаны. 24 октябрҙә Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөнә ҡағылышлы төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.


#ВладимирПутин




Фото: newtvnews.ru
Читайте нас: