ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ноябрь 2019, 17:15

Яңы йөҙ йыллыҡҡа Башҡортостан халҡы 4104,3 мең халыҡ менән аяҡ баҫты

Иҫәпкә алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 2010 йылда Ейәнсура районында бөтәһе 27 626 кеше иҫәпләнеп, күпселекте ерле халыҡ - башҡорттар тәшкил иткән - 19 328 кеше, рустар - ... #иҫәптәләһандалабулайыҡ #переписьнаселения #2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан

Беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының күп милләтле һәм һанлы төбәктәренең береһе. Яңы йөҙ йыллыҡҡа Башҡортостан халҡы 4104,3 мең халыҡ менән аяҡ баҫып, Волга буйы федераль округында - беренсе урынды, ә Рәсәй Федерацияһында етенсе урынды биләй.
Беҙҙә бөтәһе 116 милләт халҡы йәшәй, республика этник үҙенсәлеге буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды алып тора. Ерле халыҡ - башҡорттар, 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса 1172 мең кеше. Рустар һан яғынан беренсе урында - 1432 мең кеше. Иҫәпкә алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 2010 йылда Ейәнсура районында бөтәһе 27 626 кеше иҫәпләнеп, күпселекте ерле халыҡ - башҡорттар тәшкил иткән - 19 328 кеше, рустар - 4 144, татарҙар - 3 221 кеше.
#иҫәптәләһандалабулайыҡ #переписьнаселения #2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан
Читайте нас: