"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Ноябрь 2019, 15:00

Өйрәкте - тоҙло һыуҙа

Әле тәҡдим ителеүсе рецепт ябайлығы, тәмлелеге менән һеҙгә мотлаҡ оҡшар. Туйҙа ла, башҡа ваҡытта ла табынға ҡуйырға йәтеш. Биҙәп тә ебәрһәгеҙ, бигерәк тә күркәм булыр.


Әле тәҡдим ителеүсе рецепт ябайлығы, тәмлелеге менән һеҙгә мотлаҡ оҡшар. Туйҙа ла, башҡа ваҡытта ла табынға ҡуйырға йәтеш. Биҙәп тә ебәрһәгеҙ, бигерәк тә күркәм булыр.

Өйрәк-ҡаҙығыҙ туңдырғысҡа төшөп ятмаҫ борон һынап ҡарағыҙ. Аҙаҡ гел шулай эшләгегеҙ килеп торор.

Шулай итеп, ҙур булмаған әҙер өйрәк йә ҡаҙҙы кәстрүлгә урынлаштырабыҙ, бер ҡап тоҙ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыуыҡ һыу ҡоябыҙ (әҙ генә һыу менән тәүҙә тоҙҙо татытып алһаҡ яҡшыраҡ). 1 көн ултыртҡас, ҡош итен яҡшылап һалҡын һыу менән йыуып, һурҡытабыҙ ҙа рукавҡа һалып, духовкала ғәҙәттәгесә 1 сәғәт бешерәбеҙ. Бешерергә ҡуйыр алдынан саҡ ҡына тәмләткес йә һарымһаҡ һөртөргә мөмкин.

Әйткәндәй, бүленеп сыҡҡан тоҙлоғо аҙаҡ бәлеш тышы, сөсикмәк ҡамырына харап йәтеш була.


Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: