Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Ноябрь 2019, 01:54

"Йөрәк һүҙе"нән һуң...

"ЙӨРӘК ҺҮҘЕ" төнгө 1-селә тамамланғас, апайым менән 266-сы автобусҡа йүгереп килеп индек. Бер буш урын да юҡ. "Ҡалай рәхәт быларға, беҙгә урын да алып ҡалмағандар", - тип шаяртып үпкәләүебеҙ булды, тип яҙа Рәхимә Мусина үҙ диуарында, - ике йәш ҡыҙ "рәхим итегеҙ" тип тороп урын бирә һалды.

"ЙӨРӘК ҺҮҘЕ" төнгө 1-селә тамамланғас, апайым менән 266-сы автобусҡа йүгереп килеп индек. Бер буш урын да юҡ. "Ҡалай рәхәт быларға, беҙгә урын да алып ҡалмағандар", - тип шаяртып үпкәләүебеҙ булды, тип яҙа Рәхимә Мусина үҙ диуарында, - ике йәш ҡыҙ "рәхим итегеҙ" тип тороп урын бирә һалды. Шулай бер автобус тулы башҡорттар шау -гөр килеп, шиғриәт байрамы тураһында фекер алыша - алыша Һупайлы биҫтәһенә ҡайтырға сыҡтыҡ. Арабыҙҙа бер ағай бар ине. Ул төшөр алдынан бөтә салонға боролоп: "Йөрәк һүҙем һеҙгә шул : гел ошолай үҙебеҙҙең башҡорт телендә һөйләшеп йөрөйөк, телде юғалтмайыҡ. Берәү ҙә беҙҙең ауыҙға һуҡмай бит", - тине лә хушлашып сығып китте. Күмәкләп ҡул саптыҡ. Туҡталыш һайын һәр кем бөтәһе менән дә һаубулашып, хәйерле төн теләп төшөп ҡалдылар. Урыҫ водитель аптырай биреп барҙы. Әйтерһең, бер табындан сыҡҡан, бер-береһен белгән туғандарҙы тейәп алғанмы ней? Бына шулай тәьҫир итте күңелдәргә туған шиғри тел байрамы! Моғайын, "Башҡортостан" концерт залынан Өфөнөң күп тарафтарына таралған йәмәғәт транспортында шундай хәл күҙәтелгәндер әле. Был көндө был төндә "Йөрәк һүҙе" менән хисләнгән башҡорттарҙан башҡа кем йөрөгән тиһең Өфө буйлап?!


"Милли идея" эҙләү модаға инде һуңғы осорҙа. Йәнәһе, халыҡты берләштерә торған бер уртаҡ уй-фекер, ынтылыш, теләк кәрәк. Милли идея өҫтән, партияларҙан, хөкүмәттән төшөрөлмәй, ул киреһенсә халыҡтан сығырға тейеш. Һәм бына бит ул башҡорт халҡының милли идеяһы - "ЙӨРӘК ҺҮҘЕ!" Күпмелер ваҡытҡа бөтәһен дә бер туғандай берләштерә алды был сара!
Читайте нас: