Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ноябрь 2019, 17:00

Рекорд әлегә Зөлфиәлә, йәки кем быйыл гран-при алыр?

Теүәл бер аҙнанан Ейәнсурала ШӘЛ БАЙРАМЫ үтә. Кемдең шәле иң матуры, иң шәбе икәне асыҡланыр. Ә Иҫәнғол ауылында йәшәгән Зөлфиә Бикбулатова 2010, 2013, 2015 йылдарҙа республика “Башҡорт шәле” фестивалдәрендә өс мәртәбә (!) гран-при бүләген яулаған легендар шәлсе.

Теүәл бер аҙнанан Ейәнсурала ШӘЛ БАЙРАМЫ үтә. Кемдең шәле иң матуры, иң шәбе икәне асыҡланыр. Беҙҙең шәлселәр тураһында бығаса шулай яҙып сыҡтылар: " ...бер нисә йыл рәттән район һәм республика кимәлендә гран-при бүләген яулаған Зөлфиә Бикбулатова, Роза Кәлиева, Фәнүзә Яубаҫарова (Ейәнсура районынан) бәйләгән зауыҡлы, күңелле, сифатлы шәлдәр айырым каталогка индереүгә, ә оҫталар үҙҙәре айырым дәүләт наградаларына лайыҡ. Уларҙың энәһенән төшкән башҡорт шәлдәре иң юғары талаплы халыҡ-ара күргәҙмәләргә, һөнәрмәнлек музейҙарына ҡуйырлыҡ. Зөлфиә Бикбулатова – Өмбәт ауылыныҡы, Иҫәнғолда тора. Уның үҙенең шәлдәре тураһында фекере бик ҡәтғи: “Бөтә серем шунда – мин ашыҡмайым, ҡабаланмайым, һәр күҙәнәкте еренә еткереп бәйләйем. Эшемдең йәнә бер үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө – үҙебеҙҙең яҡтың иң яҡшы дебетен һайлап алам, Ҡарғалы, Байыш ауылдарында һатыла ул мамыҡтар. Өсөнсөнән, “Башҡорт шәле” фестивалдәре беҙҙең шәлселәр өсөн оҫталыҡ дәресе, күңелде үҫтерә, яуаплылыҡ һәм дәрт бирә, кеше араһында йөҙөбөҙ яҡты, хөрмәт күрәбеҙ.

Иң яҡшы Ейәнсура шәлдәре Байыш, Әбүләис, Яңыбайҙан, ти оҫталар, сөнки тап Байыш яғында иң яҡшы дебетле кәзәләр аҫрайҙар. Шул яҡтың дебетен алып шәл бәйләгәндәр күп. Абзан, Ҡаҙанбулаҡ, Иҙәш, Иҫәнғол, Бикбау, Себенле, Һаҡмар, Ибрай, Үтәғол оҫталары ла үҙ ауылдарының дебете менән бына тигән шәлдәр бәйләп йәшәй, конкурстарҙа еңеүсе була.


Иҫәнғол ауылында йәшәгән Зөлфиә Бикбулатова 2010, 2013, 2015 йылдарҙа республика “Башҡорт шәле” фестивалдәрендә өс мәртәбә (!) гран-при бүләген яулаған легендар шәлсе. Рекорд әлегә уныҡы. Бүтән нисек әйтәһең? Уның ижадын(!) өйрәнергә, хупларға, рәхмәт әйтергә генә ҡала. Ошо урында бер һорау тыуа: өс йыл рәттән республика фестивалендә гран-при бүләген яуларлыҡ шәл бәйләү оҫтаһын Башҡортостан хөкүмәтенең, Промышленная палатаның халыҡ һөнәрмәндәрен хуплар-дәртләндерер баһалары ла булырға тейештер бит?! Халыҡ кәсеп-һөнәр сәнғәтен үҫтереүсе булараҡ дәүләт бүләгенә ла лайыҡ түгелме ни? Зөлфиә Бикбулатова ҡулынан бөгөн дә бына тигән шәлдәр илгә тарала. Эйе, ул шәлде бәйләмәй, башҡорт кәзәһе биргән иң яҡшы мамыҡтың бөтә матурлығы, шифаһы, бәрәкәте бөркөлөп торған аҫыл шәлдәр ижад итә", тип яҙа СӘРҮӘР СУРИНА..
Читайте нас: