Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Ноябрь 2019, 12:00

Мәсеткә, сиркәүгә барығыҙ!

“Башҡортостан – фашизм ваҡытындағы Германия йә иһә Спарта түгел. Кешенең милләтенә лә, физик һәләтенә лә ҡарап бүлеү булмаясаҡ. Бындай ғариза яҙыусыларға мәсеткә, сиркәүгә барып үҙенең әхлағы тураһында уйланырға кәңәш итәм”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортстан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән Өфө ҡалаһында төҙөләлә башлаясаҡ хосписты тәҡдим итте.


“Беҙ уны Нюта Федермессер етәкселегендәге абруйлы белгестәр төркөмө күрһәткән урында төҙөйәсәкбеҙ”, - дип яҙҙы ул үҙенең Фейсбук битендә. – Күршелә генә хәҡикәтте аңламаған кешеләр йәшәүен белеп бик ғәжәпләндем. Сирле кешеләр сәләмәт кешенән бер нимә менән дә айырылмай, улар шуны аңламай. Уларҙың шундай ук хоҡуҡтары бар. Хоспистың уңайлы урынлашыуы ла уларҙың хоҡуғы. Хосписҡа ер бүлеүгә ҡаршы төшөп йөрөүселәр наҙанлыҡтан яҙа уны”.


Күрше йорттарҙа йәшәүселәр матур бинанан башҡа бер нимә лә күрмәйәсәк, ти ул. “Башҡортостан – фашизм ваҡытындағы Германия йә иһә Спарта түгел. Кешенең милләтенә лә, физик һәләтенә лә ҡарап бүлеү булмаясаҡ. Бындай ғариза яҙыусыларға мәсеткә, сиркәүгә барып үҙенең әхлағы тураһында уйланырға кәңәш итәм”.


Хоспис - һуңғы стадияла онкология сирле булған, терелеүгә өмөтөн өҙөүселәргә паллиатив ярҙам күрһәтеү үҙәге.
(Башинформ).
Читайте нас: