Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Ноябрь 2019, 19:11

ОҪТАНЫҢ ХЕҘМӘТЕНӘ МОХТАЖЛЫҠ ҘУР

– Хеҙмәтем осоронда авиация электр ҡорамалдарын ремонтлау буйынса хәрби часта хеҙмәт иттем, – тип беҙҙең менән әңгәмәгә инде Алик Рәхимов, беҙ унан электр оҫталығына ҡайҙан өйрәнеүе буйынса ҡыҙыҡһына башлағас. Әлеге ваҡытта ла ул ошо һөнәре буйынса мауығыуын дауам итә, ауылдаштары мөрәжәғәт итһә, хатта заманса телевизорҙарын да, башҡа электр ҡорамалдарын да йүнәтә ала. Быларҙан тыш, Аликтың икенсе мауығыуҙар донъяһы ла бар – ул да булһа фанера таҡтаһынан семәрләп төрлө ҡумталар, фоторәсемдәр рамын һ.б. эшләү – уның был эшләгән әйберҙәренә, моғайын, һоҡланмаған кеше юҡтыр ул тирәлә.

Яңы Себенле ауылында егәрле халыҡ йәшәй, бында һәр бер ғаилә тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Был ауыл “Инәк” совхозы осоронда районыбыҙға бихисап күренеклехеҙмәт кешеләрен биргән. Шулар араһында, мәҫәлән, данлыҡлы комбайнсы, Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Ишдәүләт Сәйетҡолов, Хеҙмәт Даны орденының II һәм III дәрәжәһе кавалерҙары Мөхтәр Дәминев,Гөлйыһан Түләбаева, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы Зифа Ғөбәйҙуллина, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтҡәре Рәшит Усманов һәм башҡалар бар.
Был ауылға сираттағы сәйәхәтебеҙ ваҡытында урындағы ауыл биләмәһенең яңы башлығы Рәфис Шәйәхмәтов беҙгә Яңы Себенле ауылында гөрләтеп донъя көткән, айыҡ тормош алып барған, уңған, өлгөлө ғаиләләр, кешеләр тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр бирҙе. Улар рәтендә“А7-Агро РБ”-ның Яңы Себенле мегафермаһында оператор булып эшләгән Алик Эсрар улы Рәхимовтың исеме лә бар. Ул“Инәк” совхозы тарҡалғас, бәхет эҙләпҡайҙалыр ситкә китмәгән, ә тыуған ауылында ҡалған.Ошонда эшләгән һәм ғаилә ҡорған.
– Мин әрме хеҙмәтенә тиклем 2-се Өфө интернат-мәктәбендә уҡыным, шул осорҙа радиотүңәрәккә йөрөнөм. Ә хеҙмәтем осоронда авиация электр ҡорамалдарын ремонтлаубуйынса хәрби часта хеҙмәт иттем, – тип беҙҙең менән әңгәмәгә инде А. Рәхимов,беҙ унан электр оҫталығына ҡайҙан өйрәнеүе буйынса ҡыҙыҡһына башлағас. Әлеге ваҡытта ла ул ошо һөнәре буйынса мауығыуын дауам итә, ауылдаштары мөрәжәғәт итһә, хатта заманса телевизорҙарын да, башҡа электр ҡорамалдарын да йүнәтә ала. Быларҙан тыш, Аликтың икенсе мауығыуҙар донъяһы ла бар – ул да булһа фанера таҡтаһынан семәрләп төрлө ҡумталар, фоторәсемдәр рамын һ.б. эшләү – уның был эшләгән әйберҙәренә, моғайын, һоҡланмаған кеше юҡтыр ул тирәлә.
Алик Рәхимовтың өйөндә үҙ ҡулдары менән эшләгән байтаҡ әйберҙәр һаҡлана. Бына стенала эленеп торған сәғәтте генә алып ҡарайыҡ. Ул Аликтың оҫта ҡулдары менән семәрләп эшләнгән, әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып тора. Тағы ла уның эш өҫтәлендә эшләнеп бөткән, йәки яңы ғына оҫтаның ҡулы аша үткән байтаҡ сувенир әйберҙәр ята. Беҙ үҙебеҙҙең һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайынса, ул әйберҙәргә ҡарайбыҙ, тотоп ҡарайбыҙ, ә Аликтың ул әйберҙәргә һис тә иҫе китмәй. Беҙҙең аңлауыбыҙса, оҫта бер ҙә үҙенең эшләгән әйберҙәре менән “маҡтанырға” теләмәй.
Яңы Себенле ауылында булып, беҙ тағы ла Ейәнсура ере таланттарға бай, тигән һүҙҙәрҙең асылына инандыҡ.
Халыҡ та, ауыл биләмәһе башлығы ла был ғаиләнең уңған, татыу, эшсәнбулғанына һөйөнөп бөтә алмай. Киләсәктә лә Рәхимғоловтар ғаиләһенә ыңғай ел иҫһен, ә ауылдаштары Аликтың күрһәткән хеҙмәтенән шатланып йәшәһен, тигән теләктә ауыл менән һаубуллашабыҙ.

МИҘХӘТ АҪЫЛБАЕВ.

АВТОР ФОТЛАРЫ.
Читайте нас: