Бөгөндән республикаға арктик һауа килә һәм ҡапыл һыуыта башлаясаҡ. Гидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда, күп итеп ҡар яуа һәм аномаль һыуыҡ көндәр башлана - төндә минус 29-ға, көндөҙ минус 21 градусҡа тиклем. Был норманан 12 градусҡа түбәнерәк.