"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ноябрь 2019, 12:00

Һалымығыҙ түләнгәнме? Ташламаға кемдәр хоҡуҡлы?

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Шуға 2 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға бурыслы икәнебеҙҙе оноторға ярамай. Бынан тыш, граждандарҙың һалым түләгәндә ташламаларға ла хоҡуғы бар. Мәҫәлән, ергә һалымға.

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Шуға 2 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға бурыслы икәнебеҙҙе оноторға ярамай. Бынан тыш, граждандарҙың һалым түләгәндә ташламаларға ла хоҡуғы бар. Мәҫәлән, ергә һалымға.




Федераль Һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда ергә һалым түләгәндә түбәндәге граждандарҙың ташламаға хоҡуғы бар:


* хаҡлы ялдағылар;


* хеҙмәт ветерандары;


* инвалид баланың ата-әсәһе;


* етем балалар;


* ата-әсәләр (уллыҡҡа алғандар, попечителдәр, опекундар) һәм өс һәм унан күберәк балаһы булған күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 18 йәшкә тиклемге балалар;


* СССР Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары;


* I һәм II төркөм инвалидтары;


* бала саҡтан инвалидтар;


* Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары;


* Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүселәр;


* ядро ҡоралын һынауҙарҙа ҡатнашыусылар.




Үрҙә атап үтелгән категорияға ҡараған граждандарҙың ергә һалым түләгәндә түбәндәге ташламаларға хоҡуғы бар:


* шәхси торлаҡ төҙөлгән ер участкаһында 600 квадрат метр майҙанға ҡарата;


* дача, баҡсасылыҡ, йәшелсә үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында 400 квадрат метр майҙанға ҡарата;


* гараж биләгән ер участкаһының 18 квадрат метр майҙанға ҡарата.




Шуны билдәләргә кәрәк: был милекселәр милке үрҙә әйтелгән лимиттан артмаһа ғына ташламаға өмөт итә ала.


Һалым буйынса бурысығыҙ хаҡында йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалым түлә” сервистары ярҙамында онлайн режимда түләргә була.


Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Шәхси кабинетҡа теркәү картаһындағы логин һәм пароль ярҙамында инергә мөмкин. Ә уны йәшәү урыны буйынса ғына түгел, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәр хеҙмәтендә алырға була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаған документ, шәхесте иҫәпкә ҡуйыу буйынса таныҡлыҡтың (ИНН) төп нөсхәһенең йәки күсермәһенең булыуы кәрәк.


Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында (www.gosuslugi.ru)ла һалым буйынса бурыстар хаҡында белергә мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар. Унда ла граждандарға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы һәм уны ҡайһы суд приставының башҡарыуы хаҡындағы мәғлүмәтте табырға мөмкин.
Читайте нас: