"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ноябрь 2019, 15:00

"Ейәнсура таңдары"ның электрон туғанына нисек яҙылырға

Кисен "һөйләшеп ултырырлыҡ" аҡыллы әңгәмәсе булыуын теләйһегеҙме? Улайһа, почта бүлексәләренә ашығығыҙ! Ә унда һеҙҙе һәр саҡ көтәләр.

Кисен "һөйләшеп ултырырлыҡ" аҡыллы әңгәмәсе булыуын теләйһегеҙме?


Улайһа, почта бүлексәләренә ашығығыҙ! Ә унда һеҙҙе һәр саҡ көтәләр. 2020 йылға “Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылыу хаҡы: 1 йылға – 1761 һум 22 тин; 6 айға – 959 һум 82 тин. Шулай уҡ редакцияла ла яҙылырға мөмкин.

Яҙылыу шарттары һәм хаҡтары тураһында күрше-күләнегеҙгә, туған-тыумасағыҙға һәм яҡындарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине.


Ә райондан ситкә киткәндәр, ҡырҙа йәшәүселәр гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙыла ала. Әлегә тиклем баҫмабыҙҙы ошо ысул менән алдырып уҡығандар гәзиттең һуңламай, һандары юғалмай килеүен, йәғни уңайлы булыуын әйтә. Артабан да “Ейәнсура таңдары”нан айырылмаһағыҙ ине. Гәзиткә яҙылыуҙың ошондай юлы барлығы хаҡында таныштарығыҙға ла еткерегеҙ.

Электрон версия: бер айға - 91 һум; ярты йылға - 546 һум.


Бындай ысулдың уңайлы яҡтары:

Аҡсаңды экономиялайһың. Электрон версия ҡағыҙҙа баҫылған гәзиткә ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.

Ҡәҙимге почтанан тиҙерәк килеп етә. Интернеттағы йәшнигегеҙгә һалынған электрон гәзитте ҡағыҙ версияһы сығырҙан бер көн алдараҡ (киске сәғәт 9-10-дарҙа) уҡыясаҡһығыҙ.

Урын биләмәй. Электрон почтаға килгән гәзит аҙаҡ өҫтәлдәрегеҙҙә, шкафтарығыҙҙа, иҙәндәрегеҙҙә буталып ятыу менән янамай. Уны Интернеттан компьютерығыҙға күсереп һалмайынса ғына уҡырға ла мөмкин.

Туҙмай. Электрон гәзит бер ваҡытта ла иҫкермәй, төҫ юғалтмай, йыртылмай, бысранмай, бысратмай.

Нервыларығыҙҙы һаҡлай. Гәзиттең ниндәйҙер һаны юғалыр, урланыр тип ҡурҡмайһығыҙ, сөнки электрон һандыҡ үҙегеҙ генә белгән пароль ярҙамында һаҡлана.

Һеҙҙе үҙе эҙләп таба. Ниндәйҙер сит өлкәгә йәки илгә сәфәргә сығып киттегеҙ, ти. Ә унда почта хеҙмәте булмаһа, хат һәм гәзит-журнал ташыусылар бөтөнләй эшләмәһә? Йә бер-нисә көнгә һуңлатып таратһалар? Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең өсөн Интернет менән бәйләнеш булыуы ғына шарт. Район яңылыҡтарын «Ейәнсура таңдары” гәзитенең электрон версияһы аша белеп торорһоғоҙ.

Электрон гәзит ҡағыҙҙағы «туған»ынан йөкмәткеһе һәм биҙәлеше буйынса тамсы ла айырылмай. Рәхәтләнеп уҡығыҙ!

PDF версияһына редакцияға килеп яҙылырға йәки rbsmi.ru сайтына инеп “Яҙылырға” тигән төймәгә баҫырға кәрәк


Читайте нас: