Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ноябрь 2019, 01:00

Мишка

Ауылға телевизор йүнәтеүсе килгән. Шәүрә еңгәйҙәрҙең дә телевизоры эшләмәй икән.



Ауылға телевизор йүнәтеүсе килгән. Мәүрә еңгәйҙәрҙең дә телевизоры эшләмәй икән. Кешеләрҙән оҫта килеүе хаҡында ишетеп, киткән, ти, «мастер»ҙы эҙләп. Барып табып алған. Ләкин ул бөгөн бушамай, еңгәйҙәргә иртәгә генә бара ала икән.

Оҫта һыйыр көтөүе киткәс тә Мәүрә еңгәйҙәргә юлланған. Тура өйгә инмәй, бәҙрәфкә йүнәлгән. Шул арала Йыһанур ағай командировканан ҡайтып төшкән. ҡараһа, быҙауы ашлыҡ баҫыуына китеп бара, ти.

– Мишка, Мишка, – тип быҙауын саҡыра башлаған ағайыбыҙ. Бәҙрәфтә ултырған оҫта:

– Я здесь, я здесь, – тип яуаплай икән. Йәнәһе, уны эҙләйҙәр.

«Аһ! Таң менән урыҫ бында ни эшләп йөрөй, мин өйҙә юҡта?» – Йыһанур ағай йүгереп барып, бәҙрәф ишеген асып ебәрә...

Телевизор йүнәлтелгәнме, юҡмы – беҙгә уныһы билдәһеҙ. Ләкин оҫтаның, салбарын әллә кейеп, әллә кеймәйенсә, урамға йүгереп сығыуы ғына билдәле.


Сәлих ВАҺАПОВ.

Байыш ауылы.
Читайте нас: