Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ноябрь 2019, 15:52

Һөт кухняһы эшләй башланы

Һөт кухнялары эшләй башланы #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Башҡортостан Республикаһы етәкселеге тарафынан республикала һәт кухнялары асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Башҡортостанда бөтәһе 3 йәшкә тиклемге 150 мең бала бар, шуларҙың 26 меңе әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм улар бушлай һөт продукты менән тәьмин ителергә тейешле.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан Республикаһы етәкселеге тарафынан республикала һәт кухнялары асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.
Башҡортостанда бөтәһе 3 йәшкә тиклемге 150 мең бала бар, шуларҙың 26 меңе әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм улар бушлай һөт продукты менән тәьмин ителергә тейешле.
Быға тиклем һөт кухнялары Өфөлә генә бар ине, 1 июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылды. Кухня Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай райондары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡалалары балаларын тәьмин итә.
Бөгөн, 20 ноябрҙә, Октябрский ҡалаһында санитар нормаларына һәм ҡағиҙәләренә тура килтереп проектланған һәм яҡтыртылған һөт фабрикаһы-кухняһы асылды. Һөт, кефир, эремсек, йогурт – былар бөтәһе лә ошо кухня етештергән ризыҡтар, киләсәктә ассортименттың тағы ла байытыласағы күҙаллана. Уның продукттарын Октябрский ҡалаһы, Туймазы, Әлшәй, Бәләбәй, Дәүләкән райондарында йәшәгән 1, 2 мең бала ҡулланасаҡ. Ҡала территорияһында һөт продукттарын таратыусы ике таратыу нөктәһе эшләй, шулай уҡ һәр районда таратыусы берәр нөктә асылды.
2020 йылдың 1 ғинуарынан бушлай һөт продукттары менән республиканың льготалы категорияға ҡараған бар балалары ла тәьмин ителәсәк.
Читайте нас: