Ҡужанаҡ ауылында эшһөйәр, тырыш, иңгә-иң терәп дәртләнеп донъя көткән йәш ғаиләләр бихисап. Шундай ғаиләләрҙең береһе –Әлфиә Фазылйән ҡыҙы һәм Бәхтийәр Пулат улы Ҡаһировтар. Улар ғаиләлә өс бала үҫтерәләр. Бәхтийәр Мәскәү ҡалаһында вахта менән эшләһә, ә Әлфиә 2015 йылдан бирле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, бәләкәй генә вагонда һатыу итә. Тауарҙарҙы Әлфиә шәхси машинаһында Ҡыуандыҡ ҡалаһынан алып ҡайта. Ул ауыл биләмәһендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, Ололар көнөн, Яңы йыл байрамдарын үткәреүҙә бағыусы була.
Ошо көндәрҙә ауылдаштарын ҡыуандырып, Ҡаһировтар яңы магазин бинаһына күсте. Заманса, яҡты йылы бинаны улар ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙ көстәре менән һалды. Был төҙөлөш ваҡытында Әлфиәнең әсәһе Нурзия апай, туғандары ла ситтә ҡалманы, ҙур ярҙам күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта Әлфиә менән Бәхтийәр йорт-ҡурала ла төҙөлөш эштәре алып бара.
Магазин юл буйында урынлашҡан, исеме лә уның “Юлдаш”. Ҡужанаҡтар өсөн генә түгел, Ҡыуандыҡ баҙарынан алырға онотҡан әйберҙәрен алыр өсөн Яңыбай, Ярғайыш халҡына ла уңай. Ҡаһировтарҙың ҙур шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашырға ауылдаштары йыйылды. Ауыл биләмәһе башлығы Самат Зият улы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡытыусы Фәниә Ғаяз ҡыҙы бәләкәй ауылыбыҙ өсөн шатлыҡлы-ҡыуаныслы ваҡиғалар күберәк булыуын теләне. Әйткәндәй, быйыл яңы модулле фельдшер-акушерлык пункты асылды, алда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлөргә тора.
Ауылдаштары Ҡаһировтарға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете,
эштәрендә уңыштар, һатып алыусылар өҙөлмәһен, ҡәнәғәт булһын, магазинда килемле тауар ассортименты бай булыуын теләне.