Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Ноябрь 2019, 01:00

Тешкә йәбешә лә ҡуя

Оло йәштәге инәй дауаханаға килгән. Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны был юлы әшәке геморройы килтергән.

(Ауыл мәҙәктәре)

Оло йәштәге инәй дауаханаға килгән.

Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны был юлы әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып осаның һыҙлауын баҫа торған майшәмдәр яҙа доктор. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡырғастары, дарыуҙарҙы нисек ҡулланырға кәрәклекте шәфҡәт туташының төшөндөрөүенә ышанып, ул шунда китә.

Бер нисә көндән әбекәй менән доктор осраша. Әңгәмә ҡороп ебәрәләр

—Хәлдәрең нисек, инәй?

—Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.

—Дауалар килешәме һуң?

—Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя...


Читайте нас: