"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Ноябрь 2019, 20:00

Ғәҙәтме, бәйлелекме?

21 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнөТәмәке тартаһыңмы? Тест һорауҙарына яуап биреп, үегеҙҙең ни тиклем "тәмәке ҡоло" булыуығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ әле.

1. Тартаһыңмы?
Эйе – 2; юҡ – 0.

2. Яҡындарың тартыуыңа борсолоу белдерәме?

Эйе – 1; юҡ

3. Әҙ генә бушаһаң, тәмәкегә үреләһең...

Эйе – 2; юҡ – 0.

4. Тәмәке һиңә үҙеңә ышаныу тойғоһо өҫтәйме?

Эйе – 2; юҡ – 0.

5. Тартыуыңды сикләй алаһыңмы?

Эйе – 1; юҡ – 0.

6. Тартмаһаң, ниндәйҙер физик көсөргәнеш тояһыңмы?

Эйе – 2; юҡ – 1.

7. Дуҫтарың, аралашҡан кешеләрең ыңғайына тартыуҙы ташлай алаһыңмы?

Эйе – 0; юҡ – 1.

8. Дуҫтарыңа ҡарағанда күберәк тартаһыңмы?

Эйе – 2; юҡ – 1.

9. Тәмәкенең организмға зыяны хаҡында беләһеңме?

Эйе – 0; юҡ – 1.

10. Тартыуҙы еңел генә ташлай алам тип уйлайһыңмы?

Эйе – 1; юҡ – 2.

11. Бер генә төр марка сигарет тартаһыңмы?

Эйе – 1; юҡ – 2.

12. Тәмәкене үҙең һатып алаһыңмы?

Эйе – 1; юҡ – 2.


Мәрәйҙәрҙе иҫәпләйбеҙ.

9 мәрәй – Тартыу ғәҙәтеңә инмәгән, ул бары тик мауығыу стадияһында ғына. Бөгөндән ташларға уйлаһаң, үкенмәҫһең – еңелерәк оноторһоң.

10 – 14 мәрәй – Мауығыуҙан үткәнһең. Тәмәке төп «аҙығыңа» әйләнгән. Үҙеңде бер кем дә тартмаған айырым утрауҙа йәшәйем тип күҙ алдына килтер. Был осраҡта тартыуҙы ташлай алыр инеңме? Яуап кире булһа, бәлки, нәҡ тәмәкенән баш тартыу ваҡыты ошолор?

15 һәм унан күберәк – Тәмәке ҡолона әйләнгәнһең. Бәлки, ташларға тигән уйың булғандыр, әммә килеп сыҡмаған. Ихтыяр көсөң етмәһә, табипҡа мөрәжәғәт ит.


Читайте нас: