"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Ноябрь 2019, 12:58

Уртаса эш хаҡы 35 779 һумға еткән

Ағымдағы йылдың сентябрендә республикала уртаса хеҙмәте хаҡы 35 779 һумға еткән, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылға төбәктә уртаса эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән. Был ваҡытҡа реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килем 102,3,% тиклем артырға тейеш.

Ағымдағы йылдың сентябрендә республикала уртаса хеҙмәте хаҡы 35 779 һумға еткән, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылға төбәктә уртаса эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән. Был ваҡытҡа реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килем 102,3,% тиклем артырға тейеш.
Һайланма тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың июль-сентябрендә Башҡортостанда эшсе көстәр һаны 1,876 млн кешенән ашҡан.
Эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, 78,6 мең кеше тәшкил итә.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса, республикала эшһеҙлек кимәле 4,2% тиң.
Хәҙер эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 10 434 һум тәшкил итә.
Читайте нас: