Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Ноябрь 2019, 21:00

Киске ашҡа шәп рецепт

#һөнәрлеләр_беҙҙең_арала Тағы бер төркөмдәшебеҙ менән таныштырып китәйек әле. Ул - Өфө ҡалаһынан Сәриә Ишемғолова-Күсәева. Ижади ҡарашлы, егәрле тип бер һүҙ менән ҡылыҡһырларға була. Теге быуаттың 80-се йылдарында, бейсболканың нимә икәнен белмәгән заманда

#һөнәрлеләр_беҙҙең_арала


Тағы бер төркөмдәшебеҙ менән таныштырып китәйек әле. Ул - Өфө ҡалаһынан Сәриә Ишемғолова-Күсәева. Ижади ҡарашлы, егәрле тип бер һүҙ менән ҡылыҡһырларға була. Теге быуаттың 80-се йылдарында, бейсболканың нимә икәнен белмәгән заманда, ул вожатый булып практика үткән отряд балалары Сәриә апалары картондан эшләп биргән бейсболкалар кейеп, әллә кем булып йөрөгәйне. Әле энә ҡуйғыстар эшләү менән мауыға, уларҙы килгән береһенә бүләк итә икән.


Киске ашҡа Сәриә Ишемғолованан рецепт - ҡабаҡтан манты:


Ҡабаҡты ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Самалап тоҙ, борос, һыйыр майы һалып бутайбыҙ. Ҡалғаны - ғәҙәттәге манты кеүек.
Читайте нас: