Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Ноябрь 2019, 14:30

Халыҡ-ара ислам форумы үтә

28 – 30 ноябрҙә Өфөлә «Рәсәй – Ислам донъяһы» V стратегик күҙаллау төркөмө ултырышы үтәсәк.

28 – 30 ноябрҙә Өфөлә «Рәсәй – Ислам донъяһы» V стратегик күҙаллау төркөмө ултырышы үтәсәк.

«Конфессия -ара татыулыҡ :Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлек итеү ойошмаһы илдәренең ҡатнашыусылары тәжрибәһе» темаһына арналған форумда күп мәртәбәле ҡунаҡтарҙың, Татарстан Президенты Рәстәм Миниханов менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Богдановтың ҡатнашыуы көтөлә.

Форум сиктәрендә Рәсәй Ислам университетына, «Ләлә- Тюльпан» мәсетенә экскурсия, күренекле дипломат Кәрим Хәкимовҡа таҡтаташ асыу, "Рәсәй – Ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмөнөң тәүге рәйестәре Евгений Примаков менән Минтимер Шәймиевтың ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегенә арналған фотокүргәҙмә, республикабыҙҙың инвестиция проекттары, китап күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.


Читайте нас: