Яҡын арала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараясаҡ.
Яңы проектҡа ярашлы, һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт” билдәһен “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына алмаштырыу тәҡдим ителә.
Шулай уҡ тағы ла өс маҡтаулы исем барлыҡҡа килә: “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған IT-индустрия хеҙмәткәре”.
Ҡабул ителәсәк документта “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” исемен алмаштырған “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен булдырыу ҡаралған.
Документҡа ярашлы, төбәктә Башҡортостанда генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары булдырыла.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәрҙе легендар генерал иҫтәлегенә Шайморатов ордены менән бүләкләргә тәҡдим ителә. Григорий Аксаков ордены — уңышлы дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән. “Беренсе Өфө губернаторы Григорий Аксаков тап шундай аҡыллы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булып мәңгелеккә беҙҙең төйәктең тарихына инеп ҡалған”, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе.