Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Ноябрь 2019, 19:00

Клуб һәм ФАП урынлашҡан бинаға ремонт кәрәк!

Күптән түгел Абзан ауыл биләмәһенең Юлдыбай ауылында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуға бәйле дөйөм йыйылыш булды.

Күптән түгел Абзан ауыл биләмәһенең Юлдыбай ауылында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуға бәйле дөйөм йыйылыш булды.
Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов ауылдың социаль-иҡтисади проблемаларын иҫкә төшөрөп үтте.Программала ҡатнашыу өсөн бер нисә проект һайларға тәҡдим ителде. Халыҡ берҙәм рәүештә иң элек клуб һәм ФАП урынлашҡан бинаға капиталь ремонт үткәрергә кәрәклеген билдәләне. Шунда уҡ инициатив төркөм һайланып, ул эш башланы ла.
Проектта ҡатнашып, конкурста еңә ҡалһалар, алдағы йылда Юлдыбайҙа эш гөрләйәсәк!
Читайте нас: