"ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамы көсәйтеләсәк", -тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.
Ул шулайтып республика хөкүмәтендәге кәңәшмә йомғаҡтары менән бүлеште.
2020 йылда ошо маҡсатҡа өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум бүленәсәк. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, шуның һөҙөмтәһендә 3 меңгә яҡын бала тыуырға тейеш.
"Бөгөн ҡарар ҡабул иттек, уның ярҙамында киләһе йылда республикала кәмендә 650 балаға күберәк тыуасаҡ! Беҙҙә ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамы ҡаралған, ләкин элек аҡса етмәй ине. Быйыл 2025 ҡатын-ҡыҙ ошо мөмкинлектән файҙаланды, ә киләһендә өҫтәмә рәүештә 83 миллион бүләбеҙ, һәм ЭКО ярҙамында 3000 самаһы сабый донъяға киләсәк. Артабан өс мең ҡатын-ҡыҙҙан сиратты нулгә тиклем кәметәбеҙ һәм ЭКО-ны әүҙемерәк үҫтерерәбеҙ. Ошо кәңәшмә йомғаҡтары буйынса кәйеф бик шәп, әйтерһең дә, йәнә атай булған кеүекмен!" — тип яҙған Радий Хәбиров.