Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Ноябрь 2019, 13:16

ҘУР ФОРУМҒА САҠЫРАБЫҘ!

Венера Ҡәнзәфәр ҡыҙы Мостафина, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Ейәнсура районы ойошмаһы рәйесе: - Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналып, 6 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк ҙур форум бер нисә сараны берләштерәсәк. Төрлө белгестәр тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Әле сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында барған фотоһүрәттәр һәм ҡул эштәре бәйгеләренән күргәҙмә эшләйәсәк. Фотосессия, оҫталыҡ дәрестәре лә күҙаллана. Сарала, әлбиттә, йөкмәткеле концерт, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар буласаҡ. Төрлө йәштәге теләге булған һәр кемде саҡырабыҙ.Килегеҙ, күрегеҙ, танышығыҙ, аралашығыҙ!

Венера Ҡәнзәфәр ҡыҙы Мостафина, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Ейәнсура районы ойошмаһы рәйесе:
- 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Ейәнсурала 2 меңдән ашыу сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән райондаш йәшәй. Беҙҙең ойошма уларҙың хоҡуғын яҡлау, йәмәғәт тормошонда бар яҡлап әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсатында эшләй. Беҙҙең ойошма ағзалары төрлө форумдарҙа, спартакиаларҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Баймаҡ райондарында ярыштарҙа булдыҡ. Быйыл иһә республиканың зона ярыштарын беҙҙең район ҡабул итте һәм унда спортсыларыбыҙ еңеү яуланы. Был, әлбиттә, бик һөйөнөслө. Әммә шул уҡ ваҡытта шундай ярыш-фестивалдәрҙә ҡатнашырҙай йәш һәм урта быуындың бигүк әүҙем булмауы уйландыра. Улар араһында ла талантлылар, көслөләр, ғөмүмән, һәләтлеләр күп икәнлеген беләбеҙ. Район хакимиәте менән берлектә ойоштороласаҡ сарабыҙ уларға “күренмәгән кәртәне” үтергә, халыҡ араһына сығырға, йәмғиәт эшендә әүҙемләшергә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде.

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналып, 6
декабрҙә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк был ҙур форум бик күп сараларҙы
берләштерәсәк. Төрлө белгестәр тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ.
Әле сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында барған фотоһүрәттәр һәм ҡул
эштәре бәйгеләренән күргәҙмә эшләйәсәк. Фотосессия ла булыуы күҙаллана.
Балаларға – ҡул эштәре (Эльвера Туҡаева), ә барлыҡ теләүселәргә ҡумыҙҙа уйнау
(Фуат Ҡужәхмәтов), шәл бәйләү (Хәмдиә Теләүбирҙина) һәм милли биҙәүестәр эшләү
(Клара Хәйбуллина) буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Сарала, әлбиттә,
йөкмәткеле концерт, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар буласаҡ. Төрлө йәштәге теләге булған һәр
кемде саҡырабыҙ.Килегеҙ, күрегеҙ, танышығыҙ, аралашығыҙ! Беҙ һеҙҙең барығыҙҙы
ла 6 декабрҙә сәғәт 10.30-ҙа район мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: