Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Ноябрь 2019, 13:00

Изге ниәтле эштең арты хәйерле була

Аллаһы Тәғәлә беҙгә йәшәр өсөн тирә- яғыбыҙҙы йәмле күренештә биргән. Беҙҙең районды ла ғәжәйеп гүзәл төбәк тибеҙ. Нисек шулай тип әйтмәйһең инде? Памир хәтлем булмаһалар ҙа, бейек тауҙар, сылтырап аҡҡан, услап алып һыуын эсерлек төптәре үтә күренмәле йылғалар, аллы-гөллө төҫтәге сәскәләр... Ә бына беҙ шул матурлыҡты арттырып, йәшәгән еребеҙҙе ҡулдан килгән хәтле йәмләп торһаҡ, үҙебеҙҙең дә күҙҙәребеҙ нурланып, күңелдәребеҙ яҡтырып йәшәрбеҙ.


Аллаһы Тәғәлә беҙгә йәшәр өсөн тирә- яғыбыҙҙы йәмле күренештә биргән. Беҙҙең районды ла ғәжәйеп гүзәл төбәк тибеҙ. Нисек шулай тип әйтмәйһең инде? Памир хәтлем булмаһалар ҙа, бейек тауҙар, сылтырап аҡҡан, услап алып һыуын эсерлек төптәре үтә күренмәле йылғалар, аллы-гөллө төҫтәге сәскәләр... Ә бына беҙ шул матурлыҡты арттырып, йәшәгән еребеҙҙе ҡулдан килгән хәтле йәмләп торһаҡ, үҙебеҙҙең дә күҙҙәребеҙ нурланып, күңелдәребеҙ яҡтырып йәшәрбеҙ.

Ошо көндәрҙә Ағурҙа һәм Биштирәк ауылдары халҡының дәррәү ҡуҙғалып, ике ауыл мәрхүмдәренең мәңгелек йорттары – зыяратты кәртәләп ҡуйыуҙары тураһында хәбәр ишеткәс, ситтә йәшәһәм дә, күңелемә рәхәт һәм яҡты булып китте. Йәй көндәрендә ҡайтҡан саҡта нисектер үҙемде мәрхүм әтей-әнейем фатихаһынан мәхрүм, ҡәберлектә ятҡан яҡындарымдың яҡты рухы алдында үтәлмәгән бурысым бар һымаҡ һиҙә инем. Әлбиттә, кәртәләүҙәре сереп тарала башлаған, мал инеп тапап йөрөй торған зыярат күңелде ҡырып ҡына түгел, ә тирә-яҡты ла күңелһеҙләп тора ине. Ҙур сығымдар талап иткән был эште ерле халыҡҡа ғына йырып сығыу мөмкин түгел. Ә бына Башҡортостан Республикаһы буйынса ППМИ – урындағы инициативаларға таянып йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттары конкурсында ҡатнашырға теләк белдереү бөгөнгө көндә ошондай ҙур һөҙөмтә бирҙе. Был конкурста еңгәндәр республика бюджетынан ярайһы ғына аҡса алып, урындағы киҫкен хәлдә булған социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлттерә ала ине. Иң беренсе зыяратты кәртәләү зарур тип теләк белдергән Ағурҙа ауылы халҡына биштирәктәр ҙә әүҙем ҡушылып, ике ауыл халҡы бер тында, бер теләктә булып проектты әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа актив ҡатнашып ҡына ҡалманылар, конкурстың шарты буйынса бергәлектә финанслауға ерле халыҡтан 15 % йыйылырға тейешле аҡсаны тиҙ арала йыйып тапшырҙылар. Ситтә йәшәгәндәр ҙә был изге эшкә өлөштәребеҙҙе индерергә онотманыҡ. Был йәһәтлек проектта еңеп сығыуға һәм тейешле сумманы алырға ыңғай йүнәлеш биреп, бөгөнгө көндә зыярат кәртәләнеп тә ҡуйылды.

Оҙаҡ йылдар Байыш ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын үтәп, бөтөн булған сараларҙың уртаһында ҡайнап, халыҡ менән бер тулҡында булып эшләгән Ғәли Күсәрбаев ҡыуанысын йәшермәне. “Зәүхиә апай, был минең сираттағы изге маҡсатым ине. Аллаға шөкөр, был эште лә йырып сыҡтыҡ. Һәр яҡлап ярҙам күрһәткән ике ауыл халҡына ла рәхмәтлемен. Бергә, берҙәм һәм татыу булғанда – бындай эштең ауырлығы һиҙелмәй, һә тигәнсе эшләнеп тә ҡуйылды. Нисәмә быуын ерләнгән бит был ҡәберлектә. Ошо ике ауылға нигеҙ һалып, аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр һуғыш йылдарын уҙған, күпме быуынға ғүмер биргән беҙҙең өләсәй-ҡартайҙар, атай-әсәйҙәрҙән фатиха алыуға тиң эш башҡарылды. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ҡаршында йөҙөбөҙ яҡтырып ҡалды. Изге ғәмәлдең сауаптары был эшкә өлөш индергән бар кешеләргә лә Аллаһының рәхмәттәре булып ҡайтһын. Зыярат – барыбыҙҙың да бара торған һуңғы төйәге. Уны ҡарап һәм тәрбиәләп тороу –тереләрҙең изге бурысы. Аллаға шөкөр, зшемдән тыныслап китәм”, – тине ул, булдыҡлы етәкселәргә хас теүәллек менән үҙ эшенә дөрөҫ билдә ҡуйып.

Изге ниәтле эштең арты хәйерле була! Халыҡтың теләгенә тәңгәл килерлек эштәрҙе хуплап ҡына ҡалмайынса, уға йөҙө менән боролған республика һәм район етәкселәренең ғәмәлдәре лә маҡтауға лайыҡ. Ҙур сығымдар талап итә торған эштәрҙең иге-сиге юҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабировтың халыҡтың көнкүрешен, тормошон яҡшырта торған проекттарҙы финанслауға ыңғай тороуы, проблемалар тураһында хәбәрҙар булыуы, һәр яҡлап ярҙам итеүе – ҡыуаныслы хәл. Беҙҙең район халҡы ла был мөмкинлектәрҙе файҙаланыуҙан ситтә ҡалмайынса, берҙәм һәм әүҙем ҡатнашыуҙары үҙенең емештәрен күрһәтә башланы. Тамсынан күл йыйыла! Бындай изге ниәтле эштәр алда булып торһон, Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла аҙағы хәйерле була торған ғәмәлдәргә ыңғай мөмкинлектәр өсөн юл асһын!

Зәүхиә Ҡәҙербәҡова.

Биштирәк – Татарстан.
Читайте нас: