+10 °С
Облачно
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
МАХ
Йәмғиәт Общество
30 Ноября 2019, 17:00
Киске ашҡа сөгөлдөр салаты
Был ризыҡты ярты сәғәт эсендә әҙерләп ашарға була.
Был ризыҡты ярты сәғәт эсендә әҙерләп ашарға була. Уның өсөн беҙгә: сөгөлдөр – 500 грамм, көнбағыш майы – 100 грамм, кишер өсөн тигән корей тәмләткесе, һарымһаҡ – өс тырнаҡ, туғыҙ процентлы уксус – тәм буйынса.
Сөгөлдөрҙө корей салаты эшләй торған ҡырғыста ҡырабыҙ. Тәмләткестәр ҡушабыҙ. Һарымһаҡты ваҡлап һалабыҙ. Көнбағыш майын йылытып, уксус менән бергә һалып бутайбыҙ. 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Бына беҙҙең салат әҙерҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас