Ғүмере буйы хеҙмәт итеп, изгелек ҡылып, ошо ишектән инергә хыялланған аҡһаҡал уның эргәһендә баҫып тора. Бына ишек асылып китә. Унан иҫ киткес матур көй ишетелә. Күңел, кәйеф күтәрелә, ни өсөн тигәндә, бик һирәктәр генә ошондай бейеклеккә күтәрелә ала.
Ожмах һаҡсылары йүгерешеп килеп, аҡһаҡалды:
– Беҙ һине күптән көтәбеҙ, әйҙә рәхим ит, һине күреүебеҙгә бик шатбыҙ, – тип ҡаршылай.
Тик улар аптырашта ҡала. Сөнки аҡыл эйәһенең йөҙө бик ҡайғылы була. Был ваҡытта ул бер ниндәй ҡыуаныс, күңел тыныслығы хаҡында уйлай алмай. Аҡһаҡал аҙашҡан, интеккән, нимә эшләргә белмәгән миллионлаған йән тураһында уйлай. Улар уның ярҙамына мохтаж. Шул саҡ аҡыл эйәһе:
– Ишекте ябығыҙсы! Мин әлегә унда инә алмайым. Бөтә кешенең инеп бөткәнен көтәсәкмен. Бәлки, мәңге көтөргә тура килер, әммә был мөһим түгел. Бер ваҡытта ла шатлыҡ-ҡыуаныс күрмәгән, ҡайғылы йөҙлө, күҙҙәре йәшле кешеләрҙе күрәм. Ишекте ябығыҙ, мин иң һуңғы булып инәсәкмен, – ти.
Аҡыл эйәһе әлегә тиклем Ожмах ишеге эргәһендә урау юлдан ул ишеккә килеүсе һәр кемдең юлын яҡтыртып баҫып тора, ти.