Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Декабрь 2019, 17:52

Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә

Аҙна аҙағына һауа торошо үҙгәреүе көтөлә.

Юлдарҙа ҡар һырынтылары ята, урыны менән томан. Әлегә ҡар таҙартыу эшенә 519 берәмек техника йәлеп ителгән, тип хәбәр итте Хөкүмәт ултырышында республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов
Аҙна аҙағына ҡарлы һәм һыуыҡ көндәр килә. Һауа температураһы 22 градусҡаса һыуыта. Урыны менән епшек ҡар яуа. Ошондай һауа торошонда водителдәргә юлдарҙа үтә лә һаҡ һәм иғтибарлы йөрөргә кәрәклеген иҫкәртте Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.



Юлдар боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртелә. Күперҙәргә, күтәрелеү-төшөү урындарына айырым иғтибар бүленә.
Читайте нас: