Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 21:00

Рәсәйҙә ауылда йәшәүселәр өсөн яңы льготалар индерелде

Киләһе йылдан ауыл халҡы банктарға үҙҙәренең йорттарын төҙөкләндереүгә льготалы кредит һорап мөрәжәғәт итә ала.

Киләһе йылдан ауыл халҡы банктарға үҙҙәренең йорттарын төҙөкләндереүгә льготалы кредит һорап мөрәжәғәт итә ала.
Хөкүмәт процент ставкаларын субсидиялай, улар ауыл халҡы өсөн 5 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Кисә премьер-министр Дмитрий Медведев ауыл ерендә өйҙө төҙөкләндереү кимәлен күтәреү өсөн бирелгән ҡулланыу кредиттары буйынса алып еткерелмәгән килемде банктарға ҡайтарыу ҡағиҙәләрен раҫланы, тип яҙа «Российская газета».
1 ғинуарҙан уҡ граждандар вәкәләтле банктарға йортҡа үҙәкләштерелгән йәки автономлы электр, һыу һәм газ, йылытыу һәм канализация үткәреү, шулай уҡ подряд килешеүе буйынса торлаҡты ремонтлау өсөн кредит биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала.
Күпселек төбәктәр өсөн кредиттың күләме 250 мең һум тәшкил итә. Ленинград өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йәшәүселәр 300 меңгә тиклем алырға мөмкин.