"Ҡапыл алдыбыҙға аттар килеп сыҡты. Урап үтергә йәки туҡтарға өлгөрә алманыҡ"; "Фарҙарҙың яҡын яҡтыһында һәм хәрәкәт көслө урында юлға һикергән малды күреүе бик ауыр..." - малдар, атап әйткәндә, аттар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларына тарыған водителдәр шулайыраҡ аңлатма бирә.