"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Декабрь 2019, 18:59

Һин, мин уҡый торған 100 китап

#100шаговкродномуслову ТУҒАН ТЕЛГӘ 100 АҘЫМ – 100 ШАГОВ К РОДНОМУ СЛОВУ Республикала башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға кәңәш бирәләр. Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр

#100шаговкродномуслову

ТУҒАН ТЕЛГӘ 100 АҘЫМ – 100 ШАГОВ К РОДНОМУ СЛОВУ

Республикала башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға кәңәш бирәләр.

Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.

Башҡорт авторҙарының 100 китап исемлегенә, шулай уҡ, яҡташыбыҙ шағирә Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…» шиғыры ла индерелгән. Ауыл китапханаһында мәктәп уҡыусылары менән ошо шиғырҙы уҡып, ҡыҫҡаса әңгәмә ойошторолдо.
Читайте нас: