Балалар беҙҙең илдәге йәш ғаиләләрҙең яртыһында бар!
Статистикала ғаилә йәш тип һанала, әгәр ҙә ғаиләләге ата-әсәнең икеһе лә 35 йәштән уҙмаһа.
Йәш ғаиләнең 30% – балалары менән яңғыҙ әсә, 3% ғаилә бала һәм атанан ғына тора, ә 17% парҙың балалары юҡ,.
Был мәғлүмәттәр 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа билдәле булған. Йәш ғаиләләрҙең составы нисек үҙгәрә, быны беҙ 2020 йылдың октябрендә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында беләсәкбеҙ.