Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Декабрь 2019, 13:56

Башҡортостанда күп балалы ғаиләне танытыусы документ бирелә.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләне танытыусы документ бирелә. Был документҡа эйә булған ғаиләләрҙең нимәгә хоҡуҡтары һәм льготалары бар икән? Таныҡлыҡты юллау өсөн ниндәй документтар алып барырға кәрәк? Ниндәй магазиндарҙа был яңы таныҡлыҡ буйынса ташламалар буласаҡ? Был турала сайтта уҡырһығыҙ.

Был документҡа эйә булған ғаиләләрҙең нимәгә хоҡуҡтары һәм льготалары бар икән?
Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ғаиләнең күп балалы икәнен раҫлаусы рәсми документ. Ул музей, театр, күңел асыу урындарына барғанда һәм хатта магазиндарҙа ла ташламалар һәм льготалар менән ҡулланырға хоҡуҡ бирә. Бындай документ төбәктә беренсе тапҡыр. Был таныҡлыҡты Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәре филиалдарында, әгәр ҙә бөтә документтар ҙа теүәл булһа, көнөндә үк бирелә, йәки үҙегеҙгә ҡулайлы булған Күп функциялы үҙәктәрҙең береһендә алырға була – был осраҡта ун көн көтөргә кәрәк була.
Таныҡлыҡты юллау өсөн ниндәй документтар алып барырға кәрәк?
– атә-әсәнең икеһенең дә паспорты;
– никах тураһында таныҡлыҡ (йәки никах тарҡалыу тураһында);
– ғаилә составы тураһында справка;
– бөтә балаларҙың да тыуыу тураһында таныҡлығы, шул иҫәптән уллыҡҡа, ҡарауға һәм опекаға алынғандарыныҡы ла;
– әгәр 14 йәш тулған балалар булһа, уларҙың паспорттары;
– әгәр ғаиләлә ҡарауға алынған һәм опекаға алынған балалар булһа, муниципаль органдарҙан ярашлы ҡарарҙар;
– әгәр тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа атаһы тураһында әсә һүҙҙәренән яҙылһа, был осраҡта ЗАГС органдарынан тейешле справка.
Документтарҙың төп нөсхәһен кәрәк буласаҡ, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге һәм Күп функциялы үҙәк белгестәре уларҙы сканирлаясаҡтар һәм ғариза биреүселәргә ҡайтарасаҡтар.
Ниндәй магазиндарҙа был яңы таныҡлыҡ буйынса ташламалар буласаҡ?
Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән йылда Башҡортостанда “Ғаилә тарифы” проекты эшләй башланы. Уға республиканың бөтә ҡала һәм райондары ҡушылды. Хәҙер күпселек магазиндарҙа был ғаилә тарифы менән ҡулланырға була. Беҙҙең районда ла беренселәрҙән булып “Салауат” ФСК-һы (бөтә хеҙмәттәргә лә 50% ташлама), “Непоседа” (5% – бөтә күп балалыларға, 10% – игеҙәктәргә), “Ларец” магазины (канцелярия тауарҙарына 5%), “Беби маркет” (3% ташлама) ҡушылды.
Ейәнсура районының Ғаилә хеҙмәте бөтә битараф булмаған шәхси эшҡыуарҙарҙы, магазин селтәрҙәрен “Ғаилә тарифына” ҡушылырға саҡыра. Справкалар өсөн телефон: 8(347)85 2-10-70.
Читайте нас: