"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Декабрь 2019, 00:00

ҮҘҘӘРЕ ҒӘЙЕПЛЕ

Гәзит уҡыусылар ижады Юмореска Ҡала мэры Хәйҙәр Вәкилевичља рөхсәтһеҙ-ниһеҙ прокуратурала эшләгән ҡоҙаһы Валерий Хәсәнович килеп инде. – Прокуратураға ялыу килеп төштө. Хәйҙәр Вакилевич, һеҙ ҙур күләмдә ришәүәт алыуҙа ғәйепләнәһегеҙ.

Гәзит уҡыусылар ижады

Юмореска

Ҡала мэры Хәйҙәр Вәкилевичља рөхсәтһеҙ-ниһеҙ прокуратурала эшләгән ҡоҙаһы Валерий Хәсәнович килеп инде.

– Прокуратураға ялыу килеп төштө. Хәйҙәр Вакилевич, һеҙ ҙур күләмдә ришәүәт алыуҙа ғәйепләнәһегеҙ. Хөкүмәт аҡсаһын үҙ мәнғәфәтегеҙгә тотоноуҙа ғәйепләйҙәр. Ҡала халҡы жалоба яҙған. Свидетелдәре лә быуа быуырлыҡ. Шуға һеҙҙе иҫкәртеп ҡуяйым тип килеүем.

– Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, ҡоҙа. Әйҙә, түрҙән уҙ, Валерий Хәсәнович. Ниңә улай, кем әйтмешләй, тиҫкәре туныңды кейеп алғанһың. Ни тиһәң дә, беҙ сит кеше түгел дә. Ҡала халҡы өсөн тырышып ятабыҙ. Улар өсөн йән-тәнеңде йәлләмәй йүгереп йөрөлә. Улар, яҡшылыҡты белмәгән бәндәләр, нимә яҙып яталар, суҡынғандар.

– Уныһы дөрөҫ, Хәйҙәр Вәкилевич. Ҡала халҡы тыныс йоҡлаһын тип, хатта йоҡларға ла онотолоп кителә.

– Вот-вот, күпме тырышаһың, юҡ, ҡәҙерҙе белмәйҙәр, мәлғүндәр.

– Эйе шул, Хәйҙәр Вәкилевич. Хөрмәтле кеше өҫтөнә шундай бысраҡ өйөп буламы һуң? Былай ғына ҡалдырып булмай. Ни булһа ла ҡылырға кәрәк.

– Дөрөҫ әйтәһең, Валерий Хәсәнович. Ни ҡылып ҡарарға икән?

– Бик ауыр хәл, Хәйҙәр Вәкилевич.

– Хөкүмәт аҡсаһын үҙ мәнфәғәтемә тотонғанмын икән, уң кеҫәм менән һул кеҫәмде бутағанмын. Үҙ аҡсамды уң кеҫәмдән алам тип, онотолоп китеп, һул кеҫәмдәге хөкүмәт милкенә ҡул һуҙғанмын.

– Тәүге хәл түгел, һәр ваҡыт булып торған хәл, тип яҙылған ялыуҙа, Хәйҙәр Вәкилевич.

– Хөкүмәт аҡсаһы өҫтөндә ултырғас, уға күҙ ҡыҙмай буламы, Валерий Хәсәнович.

– Хәйҙәр Вәкилевич, бында Андрей ҡаҙнаһы юҡ, алдың да –вәссәләм түгел. Кире ҡайтарырға тура киләсәк.

– Алған әйберҙе кире ҡайтарып буламы инде. Әһә, үҙҙәре ялыу яҙғандар икән, үҙҙәре түләһендәр.

– Нисек уларҙан түләтмәк булаһың, Хәйҙәр Вәкилевич.

– Просто. Машина менән ҡалаға ингәндә лә, сыҡҡанда ла аҡсаларын сығарып һалһындар.

– Ул ваҡытта ҡала халҡы өйҙәрендә генә ултырасаҡ, бер ҡайҙа ла бармаясаҡ.

– Улай булғас, баҡсаларына, ҡунаҡҡа әйҙә буш барһындар. Ә беҙ, ҡайтыуҙарына тоҙаҡ ҡороп ҡуясаҡбыҙ: әйҙә, түлә. Өйөнә ҡайтмай оҙаҡ йөрөй алмаясаҡтар, барыбер йәтмәгә килеп эләгәсәктәр.

– Во-о, баш та һуң үҙеңдә, Хәйҙәр Вәкилевич.


Сәлих Ваһапов. Байыш ауылы.
Читайте нас: