Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Декабрь 2019, 15:00

Ҡыртыш майынан - "сало"

Балыҡсылар, һунарсылар – Һеҙҙең иғтибарға! Ҡаҙ-өйрәктең ҡыртыш майы ғәҙәттә ашала һалмай. Ә бит унан бынамын тигән ризыҡ әҙерләп була.

Балыҡсылар, һунарсылар – Һеҙҙең иғтибарға!

Ҡаҙ-өйрәктең ҡыртыш майы ғәҙәттә ашала һалмай. Ә бит унан бынамын тигән ризыҡ әҙерләп була. Ҡыш һунарға, балыҡҡа барыусыларға йә оҙон юлға сығыусыларға бик шәп ҡабымлыҡ!

Ҡаҙ йә өйрәктең ҡыртыш майын һыҙырып алып йәйеп һалаһың да тоҙ, борос һибеп, һарымһаҡ иҙмәһе һөртөп сығаһың. Шунан рулет итеп төрөп һыуытҡысҡа ҡуяһың. Бер тәүлектән туңдырғысҡа ҡуйһаң да була. Әммә ул шаҡылдап ҡатмаясаҡ, бик еңел теленәсәк. Һынап ҡарағыҙ! Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: