Яңы йыл байрамдары етеүгә лә күп ҡалманы. Байрам кәйефен булдырыу өсөн күптәр өйҙәренә шыршы ултырта. Берәүҙәр яһалма шыршы менән сикләнһә, икенселәр урмандан килгән сибәркәйҙе һайлай. Тик шуныһы – ҡайһы берәүҙәр шыршыны урмансылыҡ хужалығынан йә баҙарҙан барып алаһы урынға, бер нисә йөҙ һум аҡсаһын йәлләп, урманда ҡырҡа, ә ҡайһы берәүҙәр хатта бизнес ҡорған. Ошолар тураһында Ейәнсура урман хужалығының бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шәһит Татлыбаевҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Шәһит Әхәт улы, Яңы йылға әҙерлек нисек бара?
– Ысынлап та, шыршы, ҡарағай, пихта ағастары – Яңы йылды ҡаршы алғанда төп атрибуттарҙың береһе. Йыл һайын декабрь айында Рәсәй урман хужалығының федераль агенствоһының урман хужалыҡтары халыҡты шыршылар менән тәьмин итә. Ағастарҙы ҡырҡыу урман фондына зыян килтермәй. Йәшел һылыуҡайҙар ҡырҡыу һәм һатыу өсөн махсус питомник һәм плантацияларҙа үҫтерелә. Ағастың ҙурлығына һәм уның урынына бәйле бындай ағастарҙы үҫтереү ваҡыты – 5 йылдан 7 йылғаса. Урман хужалығы тарафынан шыршыларҙы һатыуҙан килгән килем, урман хужалығын үҫтереүгә һәм урман фондын тәрбиәләү буйынса төрлө сараларҙы финанслауға йүнәлтелә. Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына ярашлы, Яңы йыл байрамдарына ҡупшыҡайҙарҙы әҙерләү урман участкаларында аренда килешеүе нигеҙендә алып барылған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тип һанала. Шуға күрә граждандар Яңы йыл байрамдарына шыршы һәм башҡа ылыҫлы ағастарҙы үҙаллы әҙерләй алмай.
– Урман һылыуҡайҙарын законһыҙ ҡырҡыу буйынса ниндәй саралар күрелә?
– БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан 25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем «Шыршы – 2019» ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһы иғлан ителде. Ул ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролдә тотоу өсөн уҙғарыла. Операция барышында урман инспекторҙары эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймау маҡсатында урмандарҙы, шыршы ташыған транспорт сараларын тикшерә. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршыларҙы һатыуға юл ҡуймау өсөн рейдтар үткәреү күҙаллана. Шулай уҡ һатыу нөктәләрендә лә тикшереүҙәр буласаҡ.
– Закон боҙоусыларға ҡарата ниндәй саралар күрелә?
– Урманға килгән зыянды ҡаплатыуҙан тыш, граждандар 3 меңдән алып 4 мең һумға тиклем штраф түләй, етәкселәргә 20-40 мең һум штраф ҡаралған, ә юридик шәхестәр өсөн ул – 200-300 мең һум. Зыян дәүмәле 5 мең һумдан артып киткән осраҡта, енәйәт яуаплығы ҡаралған. Был статья буйынса иң юғары яза – 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү. Ейәнсура районы халҡының, әгәр ҙә бындай законһыҙ ҡырҡыуҙар, әҙерләү һәм һатыу осраҡтарының шаһиты булырға тура килһә, 8(347 85)2-21-31 йә иһә 8(347 85)2-21-32 телефон һандары буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.
Шуныһын да оноторға ярамай: законды белмәйенсә шыршы ҡырҡҡан осраҡта ла ташламаға өмөт итеү урынһыҙ – ҡанун алдында барыһы ла тиң!
– Ә ҡайҙан һатып алырға була шыршы ағастарын?
– Район халҡын Яңы йыл шыршылары менән тәьмин итеү маҡсатында, Ейәнсура урмансылығының урман фонды территорияһында махсус плантациялар һәм питомниктар бар.
Ҡулланыусыларға Башҡортостан Республикаһының “Ейәнсура урман хужалығы” дәүләт автоном учреждениеһы аша ошонан ебәрелә лә инде. Район үҙәге Иҫәнғолда халыҡтың күп йөрөгән ерендә, тәү сиратта, аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым баҙарҙарында, Урман урамы, 2а буйынса урынлашҡан урмансылыҡ контораһында һәм Күгәрсен, Абзан, Иҙелбәк ауылдарында урынлашҡан урмансылыҡ участкаларында һатыла. Хаҡы ағастың оҙонлоғона һәм һатыу урынына алып барыуҙы иҫәпкә алып, 200 һумдан башлап һәм унан юғарыраҡ.
– “Урман һылыуы” менән өйҙәрен биҙәргә теләүселәргә, шыршы менән сауҙа итеүселәргә ҡарата теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
– Яңы йыл байрамдарын күңелһеҙ хәлдәр, хаталы аҙымдар, яңылышлыҡтар ҡылып, штрафтар менән ҡаршы алырға яҙмаһын.