Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Декабрь 2019, 18:41

“Кәнфит ашаһаң, 20 һум бирәм!”

Башҡортостанда 11 йәшлек малайҙың шаярыуы реанимация менән тамамланған. Был яңылыҡ күптәребеҙҙең ватсабына килһә лә, сираттағы спам тип, иғтибар бирмәүселәр барҙыр. Әммә был хәл беҙҙең Республикала, Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған. Дауамы - САЙТТА Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был “снюс” һуңғы арала йыш тарала бара. Ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар, һәм ғөмүмән, битараф булмағандар, балалар, үҫмерҙәр менән был хаҡта һөйләшегеҙ, аңлатығыҙ!

Башҡортостанда 11 йәшлек малайҙың шаярыуы реанимация менән тамамланған.
Был яңылыҡ күптәребеҙҙең ватсабына килһә лә, сираттағы спам тип, иғтибар бирмәүселәр барҙыр. Әммә был хәл беҙҙең Республикала, Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған.
Тәнәфестә 11 йәшлек Ринатҡа (исеме үҙгәртелгән) класташы килеп, кәнфит һуҙа ла: “Ошоно ашаһаң, 20 һум бирәм” тей. Бер ниндәй ҙә шик күрмәгән малай кәнфитте ҡаба һәм... бер нисә минуттан үҙен насар тоя башлай. Уҡытыусылар “тиҙ ярҙам” саҡырта. Тикшереүҙәр малайҙың бер ниндәй ҙә кәнфит түгел, ә LYFT, йәки “снюс” тигән сәйнәгес табак булыуын асыҡлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был “снюс” һуңғы арала йыш тарала бара. Ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар, һәм ғөмүмән, битараф булмағандар, балалар, үҫмерҙәр менән был хаҡта һөйләшегеҙ, аңлатығыҙ!

Читайте нас: