Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Рәсәй халҡының тәбиғи кәмеүе 259,6 мең кеше тәшкил иткән, тип хәбәр итә РБК, Росстат материалдарына таянып. Йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес һуңғы 11 йылда иң юғары буласаҡ.
Демография институтының фәнни хеҙмәткәре Никита Мкртчян әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем хәл-торошто үҙгәртеп булмаясаҡ: миграция ағымы тәбиғи кәмеүҙе уҙып китерлек артмаясаҡ. Росстат мәғлүмәттәре буйынса миграция ағымы ғинуар – сентябрҙә 193,2 мең тәшкил иткән.
Шулай итеп, халыҡ һаны ике йыл рәттән кәмейәсәк. 2018 йылда халыҡ һуңғы ун йылда беренсе тапҡыр 96,4 меңгә кәмегәйне.
Тәбиғи кәмеүҙең төп сәбәбе – тыуымдың кәмеүе. Ә һуңғыһы репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың әҙ булыуы арҡаһында кәмей, хәҙер улар нигеҙҙә 1990-сы йылдарҙың әҙ һанлы быуыны вәкилдәре.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә үлем дә кәмей, әммә уның темпы күпкә яйыраҡ: 2019 йылдың ғинуар – октябрендә үлеүселәр һаны 27 меңгә кәмегән.
Иҡтисад министрлығы прогноздары буйынса Рәсәйҙә халыҡтың тәбиғи артыуы 2024 йылға тиклем көтөлмәй.