Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Декабрь 2019, 23:31

"Йыл хужаһы" салаты

"Йыл хужаһы" салаты Салатты эшләр өсөн 4 йомортҡа, 200 грамм ветчина һәм сыр,

"Йыл хужаһы" салаты

Салатты эшләр өсөн 4 йомортҡа, 200 грамм ветчина һәм сыр, 3-4 аш ҡалағы майонез, 2 тоҙло ҡыяр, 200 грамм картуф, бер баш һуған, маринадланған шампиньон кәрәк.

1. Бешкән картуфты әрсейбеҙ, ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Салаттың беренсе ҡаты әҙер.

2. Тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турап, майонез менән бутап, картуф өҫтөнә һалабыҙ.

3. Өсөнсө ҡатта –ветчина, һуған.

4. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ, яртыһын турап ҡатлайбыҙ. Ә ҡалғанын биҙәр өсөн алып ҡуябыҙ.

5. Бәшмәктәрҙе ике өлөшкә киҫәбеҙ. Бишенсе ҡатына шампиньондар һалабыҙ. Һәр ҡатына майонез һылайбыҙ.

6. Иң аҙаҡтан ваҡ итеп үткәрелгән сырҙы салат өҫтөнә һибәбеҙ.

Иү һуңынан ярты йомортҡанан сысҡандың - кәүҙәһен, бәшмәктән – ҡолаҡтарын, ҡара боростан күҙҙәрен эшләп ҡуябыҙ. Бик матур ҙа, тәмле лә салат килеп сыҡты.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: