Фәрит Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
Балаларығыҙҙы үҙҙәрен генә, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балаларҙың үлеме - иң ҡурҡынысы. Әгәр ҙә был өлкәндәрҙең, бигерәк тә ата-әсәнең ғәйебе буйынса икән, айырыуса аяныслы.
Бөгөн Иглин районында көнкүреш вагончигында сыҡҡан янғында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы бер баланы юғалттыҡ...
Йыл башынан янғында 11 бала һәләк булды. Уларҙың күпселеге өйҙә үҙҙәре генә ҡалған булған. Балаларҙың ғүмере өсөн беҙ - өлкәндәр яуаплы икәнде онотмағыҙ!"