-3 °С
Болотло
- Дәүләт автоинспекцияһы һәм уҡытыусылар водителдәрҙән бала ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорай. Юлығыҙҙа кескәй йәйәүлене күргәс тә, алдан уҡ тиҙлекте кәметегеҙ, сөнки балаларҙың юлда үҙҙәрен нисек тотоуын әйтеп булмай, — ти ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы, полицияның кесе лейтенанты Фидан Йәнбулатов һәм ата-әсәләрҙе балаларға йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрөргә саҡырҙы.