Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Декабрь 2019, 12:30

“Бурыслы” операцияһы бара

16 декабрҙә Башҡортостан биләмәһендә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сараның төп маҡсаты – тәртип боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү.

16 декабрҙә Башҡортостан биләмәһендә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сараның төп маҡсаты – тәртип боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү. Махсус операция 25 декабргә тиклем дауам итә.
Штрафты административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләмәгән өсөн ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.
Ә бына штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.
ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре операция барышында водителдәрҙең бурысы бармы, юҡмы икәнен тикшерә.
Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре.ру сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: