Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Декабрь 2019, 12:37

"Алло! "Тиҙ ярҙам"мы? Этем ауырый...

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы - баш ветинспекторы Азат Йыһаншин "Башинформ" агентлығында мөһим хәбәр еткерҙе. Киләһе йылдан Өфөлә хайуан-йәнлектәр өсөн тиҙ ярҙам хеҙмәте эшләй башлаясаҡ. Был маҡсат өсөн ике "Ларгус" алынған. Бригада тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Республика райондарының ветеринария хеҙмәттәренә йыл аҙағынаса 40 мобиль транспорт ҡайтарылырға тейеш. Ветеринарҙар төпкөл ауылдарға ла барып етә аласаҡ. Азат Йыһаншин шулай уҡ Ишембайҙа һәм Өфөлә зооҡунаҡхана асыу тураһында ла мәғлүмәт еткерҙе. Баҡһаң, Стәрлетамаҡта асылған зоо-отель бик популярлашып бара икән. Тиҙҙән баш ҡалала зоотакси йөрөй башлаясаҡ. Үәт, шәп! Сығанаҡ: https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Allo-skoriymi-Etem-auiriy-46110/

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы - баш ветинспекторы Азат Йыһаншин "Башинформ" агентлығында мөһим хәбәр еткерҙе.
Киләһе йылдан Өфөлә хайуан-йәнлектәр өсөн тиҙ ярҙам хеҙмәте эшләй башлаясаҡ.
Был маҡсат өсөн ике "Ларгус" алынған. Бригада тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
Республика райондарының ветеринария хеҙмәттәренә йыл аҙағынаса 40 мобиль транспорт ҡайтарылырға тейеш. Ветеринарҙар төпкөл ауылдарға ла барып етә аласаҡ.
Азат Йыһаншин шулай уҡ Ишембайҙа һәм Өфөлә зооҡунаҡхана асыу тураһында ла мәғлүмәт еткерҙе. Баҡһаң, Стәрлетамаҡта асылған зоо-отель бик популярлашып бара икән.
Тиҙҙән баш ҡалала зоотакси йөрөй башлаясаҡ. Үәт, шәп!
Читайте нас: