Ҡапҡа төбө.Танышыма килдем.
Ҡапҡа шаҡып торҙом бик оҙаҡ.
Килде заман - ауыл өйҙәрендә
Хәҙер ҡырылмаһа ҡырҡ йоҙаҡ.
Үҙәктәрҙе өҙөп, һағындыра
Бала саҡтың кескәй йорттары:
Асыҡ ишек алды.Ел ҡапҡалар.
Күрше өйҙәрҙең бар балалары
Өйҙән-өйгә йөрөп уйнаныҡ.
Кемгә генә инеп уйнаһаҡ та,
Берәү һуҡранманы, тыйманы.
Асыҡ ишектәрҙәй асыҡ ине,
Ябай ине ул саҡ күңелдәр.
Байлыҡ та юҡ ине ул өйҙәрҙә.
Сикһеҙ һағындыра шул мәлдәр.
Юҡ инде ул өйҙәр. Урынында -
Оло йорттар. Йыһаз затлынан.
Ишек алды тулы - машиналар,
Күрше һирәк инә күршеһенә,
Мохтажлыҡ юҡ йомош һорарлыҡ.
Өйҙән-өйгә йөрөп уйнамайҙар,
Күмәк балалылар һирәк хәҙер,
Был донъялар ҡайҙа баралар!
Кәштә - кәштә кейем, ашау мулдан,
Тормош һис тә түгел аҙаплы.
Тик ниңәлер, ҡапҡа ғына түгел,
Күңелдәр ҙә ете йоҙаҡлы...