Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Декабрь 2019, 16:15

Бабичтың юбилейы була

2020 йылда Башҡортостанда шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.

2020 йылда Башҡортостанда шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.


Документта киләһе йылда буласаҡ юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Республика Хөкүмәтенә тейешле план эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.


Юбилей саралары өсөн сығымдар республика бюджеты һәм бюдджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ойоштороласаҡ.


Читайте нас: