Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Декабрь 2019, 12:14

ТУҒАНДАРЫ БАЛАҺЫ МЕНӘН ЮҒАЛҒАН ЙӘШ ӘСӘНЕ ЭҘЛӘЙ

Туғандары 20 йәшлек Әлиә Баязитованың (Байегетова) эҙләй. Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән йәш ҡатын 2 йәшлек улы Рияз менән 17 декабрҙә өйөнән сығып киткән. Әле уларҙың ҡайҙалығын белеүсе юҡ. Әлиәнең ире менән ағаһы полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән дә инде.

  • Улар Өфөгә юлланыу мөмкин, унда Әлиәнең апаһы йәшәй, – тип һөйләгән “Комсомолка”ға ҡыҙҙың Лилиә исемле туғаны.
  • Уның әйтеүенсә, полиция ғаиләнең туғандары һәм дуҫтары менән, шул иҫәптән апаһы менән дә аралашҡан. Әммә Лилиә ҡыҙҙың апаһы нимәнеләер әйтеп бөтөрмәүе мөмкин тип иҫәпләй. Йәш әсәне өйҙән сығып китергә нимә мәжбүр итеүе аңлашылмай. Етмәһә Лилиә ғаиләлә проблемалар юҡ ине тип белдерә.
    Әлиәнең туғандары уны эҙләүҙә ярҙам итеүҙе һорай.
    • Рияз юғалған көндө – ҡыҙыл ат төшөрөлгән ҡара куртка һәм ҡара салбар, Әлиә лә ҡара куртка кейгән, – тине туғаны.
    • Әгәр ҙә һеҙ Әлиә һәм Рияз хаҡында нимә лә булһа белһәгеҙ, уның туғандарына 8-937-844-78-80 (Дилә) йәки полицияға 02 телефондары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
      Сығанаҡ https://www.ufa.kp.ru/online/news/3709776/?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop&utm_referrer=https%3A%2F%2Fyandex.ru%2Fnews
      Читайте нас: