Кисә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре Ейәнсура районында эш сәфәре менән булды. Делегацияны Диниә назараты етәксеһе Айнур Бирғәлин етәкләне.
Ҡунаҡтар башта район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән осрашып, ҡайһы бер мәсьәләләр, проблемалар буйынса фекер алышты, шулай уҡ райондың имамдарының урындағы хакимиәттәр менән хеҙмәттәш итеү мөмкинлеге ҡаралды.
Эшлекле сәфәрҙең икенсе өлөшө Иҫәнғол ауылының башҡорт гимназия-интернатының тамашалар залында үтте. Райондың имамдары йыйылышында хакимиәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашты. Имамдар фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Башҡорт телендәге дини әҙәбиәт мәьсәләһенә ҡағылғанда борсоған һорауҙар айырыуса күп булды: махсус китаптар ниндәй булырға, ҡайҙа баҫылырыға тейеш, мосолман йәмәғәтселегенә ниндәй баҫмалар етешмәй һ.б. Мосолман зыяраттарын тәртипкә килтереү хаҡында ла һүҙ алып барылды.
Бергәләп намаҙ уҡыу менән тамамланған йыйылыш һуңынан Башҡортостан Диниә назараты вәкилдәре имамдарға Ислам буйынса китаптар, балалар өсөн “Намаҙ уҡырға өйрәнәбеҙ” тигән буяу китаптары тапшырҙы.