Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күктәге айҙы икегә ярыуы тураһында ишеткәнегеҙ булдымы икән? (Хәйер, беҙ бала саҡта уны әкиәт итеп уҡығайныҡ). Күптән түгел НАСА айҙың ысынлап та уртаһында ярығы булыуын асыҡлаған.
Рәсүлебеҙгә, пәйғәмбәрлегеңде иҫбатлайһың килһә, тулы айҙы икегә яр, уның бер яғы бер, икенсе яғы икенсе тау башында булһын, тиҙәр. Шунан ай икегә ярыла һәм бер нисә сәғәттән ҡабат ҡушыла. Астронавттар, айҙы тикшереп, унда ҡасандыр айырылған булыуын күрһәтеп торған йөй барлығын ысынлап та асыҡлаған. Был хаҡта интернетта мәғлүмәт байтаҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәргә Аллаһ иң зур моғжизә – Ҡөрьәнде бирә. Ул ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итә торған дауамлы мөғжизә. Уны әле булһа аңлап, өйрәнеп бөтөргән кеше юҡ – мәғәнәһе уҡыған һайын асылып ҡына тора.
Әйтеүҙәренсә, 6 мең аяттың 1 меңе генә белгестәр тарафынан асыҡланған һәм раҫланған. Шуның береһе – “Әл-Хиджр” сүрәһенең 12-14 аяттары. Бер ғәрәп ғалимы үҙенең “Ҡөрьән һәм астрономия” тигән китабында, кешелек тарихындағы беренсе космонавт тураһында шул сүрәлә хәбәр ителгән була, тип яҙа. “Әл-хиджр” сүрәһендә: “Был ҡәүем Аллаһҡа ышанмай. Әммә элек улар ышанған”, – тиелә. Был аят беҙҙең коммунисттар осоро тураһында бара. Революцияға ҡәҙәр Россия халҡы динле ине. Уннан һуң дин бөттө, Ҡөрьәндәрҙе яндырҙылар, мәсеттәрҙең манаралары ҡолатылды. “Бына ошо динһеҙ халыҡҡа Мин күккә ҡапҡаны асырмын. Улар шунда менә башлар”. Был аятта һүҙ 1960 йылдар тураһында бара. 1961 йылда Юрий Гагарин беренсе тапҡыр космосҡа осто. Уның уҡытыусыһы һәм баш конструктор Сергей Королёв Гагаринға, космосҡа сыҡҡас, һәр минуттың башында бер һөйләм әйтергә ҡуша. Ерҙәге аналитиктар, уның һөйләм төҙөлөшөнә ҡарап, психологик хәләтен тикшерә. Гагарин, космосҡа сығыуҡа, иллюминаторға ҡарай һәм “Мин нимә күрәм? Төшөмдәме, әллә күҙҙәрем сихырланғанмы?” ти. Бу һүҙҙәрҙе осоштар менән идара итеү үҙәге яҙҙырған була һәм улар һаҡлана. Ҡөрьән дә: “Менгәс, нимә күрәм, мин төшемдәме, әллә күҙҙәрем сихырланғанмы, тип әйтерҙәр”, – ти (“Әл-Хиджр” сүрәһе, 12-14-се аяттар). Был мөғжизәнең мөғжизәһе! Изге китапта һөйләменә тиклем алдан яҙылып ҡуйылған. Ҡөрьән фәнни китап та, фал китабы да түгел, әмма ул беҙгә үҙенең Аллаһ тарафынан бирелгәнлеген раҫлай, уны бер кем дә үҙе белеп яҙмаған, төҙәтмәгән. Бындай мөғжизәләр Китапта бик күп, тип яҙа “Шәһри Ҡазан” гәзите.