Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Декабрь 2019, 00:30

Ҡыйыу кешеләр. Бүләкләнеүселәр араһында Лиана Йособалиева ла бар

Бөгөн - Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнө Ошо уңайҙан республика Башлығы Радий Хәбиров "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.

Бөгөн - Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнө

Ошо уңайҙан республика Башлығы Радий Хәбиров "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.


Радий Фәрит улы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.


"Һеҙҙең хеҙмәт ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап иткән ҡатмарлы эштәрҙе үтәй алырҙай батыр кешеләрҙе берләштерә. Беҙҙең ҡала һәм ауылдар халҡы тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында мотлаҡ ярҙамға килерҙәй кешеләр барлығын яҡшы белә. Һеҙ уларҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалайһығыҙ", - тине ул.


Дәүләт наградалары алыусылар араһында беҙҙең райондан Лиана Йособалиева ла бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Иҙелбәк ауылы ҡыҙы йыл башында булған янғында бәләкәй туғандарын ҡотҡарғайны.
Читайте нас: